top of page

1) - Киләсәгем! Ас һин ишегеңде!
- Кем тупһамда? Кемде күрәм мин?
- Танымайһыңмы әллә? Мин ҡайттым бит!..
Ас тиҙерәк! Был мин – Рәми.
- Ниңә улай һуңлап ҡайттың, егет?
- Булды юлда төрлө кәртәләр...
- Танырмы һуң ул-ҡыҙҙарым һине?
- Бәлки, танырҙар, тип әйттеләр.
- Ҡайҙан һиндә шундай ҙур ышаныс?
- Һөйөүемдә һине, хаҡлыҡта.
Өмөт, мөхәббәт һәм ышаныс бит
Юғалмай ул, һүнмәй ваҡлыҡта...

 

 

2) “Ниңә өндәшмәйһең?” – тиһең миңә,
Өндәшәм бит, ишетмәйһеңме?
Сәләм әйттем, ана, таң еленә –
Уны әллә иш итмәйһеңме?

Шыбыр-шыбыр килә япраҡтар ҙа,
Көн дә тыуа минең яғымда.
Ағиҙел дә аға минең яҡтан...
Мин – япраҡта, нурҙа, ағымда.

Ә һин, өндәшмәйһең, тиһең миңә,
Өндәшәм бит, ишетмәйһеңме?
Йөрәгем дә тибә һин тип кенә,
Уны ла һин иш итмәйһеңме?..

 

 

 

3) Минең илһамым шишмәһе
Тыуған еремдә,
Минең илһамым шишмәһе
Һөйгән йәремдә.

Тыуған ерһеҙ, һөйгән йәрһеҙ —
Телһеҙ, мин етем.
Тыуған ерем, һейгән йәрем,
Тик һеҙ — бәхетем.

Ауыр саҡта — йөрәгемдә
Ер көсөн тоям,
Йә йәремдең күкрәгенә
Башымды ҡуям, —
Мөхәббәтем һәм нәфрәтем
Һаҡланып ҡала,
Ауырлыҡтар һәм ваҡлыҡтар
Тапалып ҡала.

Эшләргә лә, йәшәргә лә
Хаҡым бар минең —
Сөнки ерҙә һөйгән йәрҙәй
Халҡым бар минең!

4) Шул тиклем дә һөйә алыр икән
Кеше шулай башҡа кешене...
Һине уйлап инде нисәнсе йыл
Берсә яндым, берсә өшөнөм.

Еңел саҡта онотормон һине,
Ауыр саҡта үкереп иларға
Мин ҡайтырмын бары һиңә генә,
Һиңә генә - түгел уларға...

Һеңлем булһаң да , һин әсәм булып
Йыуат мине шундай саҡтарҙа,
Арала һин изге ҡулың менән
Ҡара сәстәремде аҡтарҙан...

 

 

5) Һөймә мине һылыу, әгәр ҙә һин
Матурлыҡҡа ғына ҡараһаң,
Кеше матур һәр саҡ эше менән,
Был ҡулдарым эшкә яраһа,
Мин үҙемә үҙем ҡоям бәхет,
Намыҫым саф, күңелем ҡәнәғәт.
Ә мөхәббәт өсөн йәшәмәйем, -
Йәшәү өсөн кәрәк мөхәббәт.

 

 

6) Мин үҙемде бала кеүек тоям,
Һағынып гел һине уйлаһам.
Йөрәгемә серле шатлыҡ тула –
Әллә көс ул, әллә ул илһам?

Әллә һин тик йәшлек уйҙарымдың
Кәрәкһеҙ бер тиле емеше?
Әллә мәңге янып ҡала торған
Йөрәгемдең һүнмәҫ өлөшө.

Белмәйем мин: күңелемдә һиңә
Әллә дуҫлыҡмылыр, мөхәббәт?
Тик һин күҙ алдыма килгән саҡта
Миңә яҡты, миңә рәхәт…

 

7) Хыялымда яңғыҙ елкән булып,
Сайҡалаһың йылдар буйына.
Йә һис юғалмайһың үҙең унан,
Йә бирмәйһең тынғы уйыма.

Әллә һин аҙашып индең уға,
Әллә индең мәңге ҡалырға?
Ниңә шулай онотмайым һине?
Ниңә шулай һаман янырға?

 

Әрнеүле лә миңә һәм татлы ла
Тәүге хистәремде ҡуҙғатыу.
Ҡурҡыныс та миңә һине уйлау,
Ҡыҙғаныс та һине юғалтыу...

МИНЕҢ ЙОНДОҘОМ
Ғүмерем буйы мин бит яңғыҙым,
Эҙләйем һине, яҡты йондоҙом.
Юғалдың ҡайҙарҙа?
Юл алдың ҡайҙарға?
Һинһеҙ, йондоҙом, юлым бик оҙон...

Ниңәлер күпте көтә күңелем,
Көткәнгә микән күпте киң илем?
Дауыллы йылдарҙа,
Бормалы юлдарҙа
Мин еңел йөклө булмам, һөйөклөм!

Саҡыра тағы алыҫ юлдарым,
Юлдашым минең -- йөрәк моңдарым.
Тынғыһыҙ көндәрҙә,
Йондоҙһоҙ төндәрҙә
Күрсе мин барын, яҡтырт юлдарым!

 

 

8) Бәхет - һәр саҡ һуңлап килер ҡунаҡ,
Килеп инә табын таралғас!..
Тик көтәһең, көтөп арығас та
Бәхет өсөн генә яралғас.

"Көтә белгәндәргә һуң түгел" дә,
Йәшлек кенә көтөп тормай шул.
Юк шул уның туҡтар туҡталҡаһы
Йә үткәнгә юлын бормай шул.

Ҡала минә бары йылдар буйы
Йырҙар менән күңел йыуатыу.
Бар ғүмерем минең - һине эҙләү,
Бар ғүмерем һине юғалтыу...

 

9) Мин халҡымдың сәскә күңеленән
Бал ҡортондай ынйы йыямын,
Йыямын да - йәнле ынйыларҙан
Хуш еҫле бер кәрәҙ ҡоямын.

Шуға ла мин беләм тел ҡәҙерен:
Бер телдән дә телем кәм түгел-
Көслө лә ул, бай ҙа, яғымлы ла,
Кәм күрер уны тик кәм күңел.

Халҡым теле миңә-хаҡлыҡ теле,
Унан башҡа минең илем юҡ;
Илен hөймәҫ кенә телен hөймәҫ,
Иле юҡтың ғына теле юҡ!

Әсәм теле миңә - сәсән теле,
Унан башҡа минең халҡым юҡ,
Йөрәгендә халҡы булмағандың
Кеше булырға ла хаҡы юҡ!

 

Ат эсерәм йылыуҙан,
Күҙ алмайым һылыуҙан,
Һыҙғырып та ебәрәм,
Әллә йөрәк ярһыуҙан.

Их, һыуға барыуҙарың,
Һыу һирпеп алыуҙарың,
Тик һүндермәй һыуҙарың
Йөрәгем ярһыуҙарын.

Һыҙылып таңдар атҡанда,
Һыуҙар алып ҡайтҡанда,
Түгелмәне һыуҙарың —
Түгелде күҙ нурҙарың,
Түгелде күңелемә
Һыу ташымай, ут ташыйһың –
Әллә еңелме миңә?

Ал таңдың атыуҙары,
Аҡ томан ятыуҙары,
Ат эсереп, һыу күтәреп,
Аһ, бергә ҡайтыуҙары!..

bottom of page