top of page

Әсәйҙәр байрамына арналған концерт программаһы.

"Әсәйем-алтыным,берҙән берем" исемле концерт

     Максаты: Укыусыларҙың иҗади һәләттәрен үҫтереү; әсәйҙәргә ҡарата хөрмәт,яратыу  һәм ихтирам хистәре тәрбиәләү.

                      Укыусыларға әсәйҙәрҙә яҡын,изге,ҡәҙерле кеше барлығын төшөндөрөү.(музыкаға)

   Тыуырына бер көн ҡалған бала Алланан һораған:

Бала "Мин иртәгә ерҙә буласаҡмын тиҙәр. Мин унда нисек йәшәрмен, мин бит бәләкәй һәм ярҙамһыҙ."

Алла: "Мин һиңә, һине көтөп тороусо һәм һинең турала ҡайғыртыусы бер фәрештә бүләк итермен".

Бала уйлаған һәм яңынан телгә килгән: " Һинең янда мин йырлайым һәм көләм. Бәхет өсөн миңә шул еткән".

Алла: "Һинең фәрештәң бары һинең өсөн генә йырлар һәм көлөр, һин уның мөхәббәтен тойоп бәхетле булырһың".

"О, мин уны нисек аңлармын, мин бит уның телен белмәйем. Ә һиңә мөрәжәғәт иткем килһә мин ни эшләрмен" - Алла әкрен генә баланың башынан һыйпап: "Һинең фәрештәң һиңә доға өйрәтер. Шул доға аша беҙ һинең менән аралашырбыҙ".

Ер йөҙөндә яуызлыҡ бар тип ишеттем. Мине кем һаҡлар". "Үҙ тормошон ҡыҙғанмайса, фәрештәң һине һаҡлар" . "Һине күрмәгәс миңә бик яманһыу булыр." "Фәрештәң һиңә минең турала һөйләр. Мин гел һинең яныңда булырмын."

 Шул саҡта Ер йөҙөнән тауыш ишетелде һәм бала һораны: "Аллам, фәрештәмдең исемен әйтсе!" Алла тыныс ҡына тауыш менән: "Уның исеме бик ябай ғына - Әсәй".

(музыкаға алып барыусылар сыға)

Вед. 1  Хәйерле  көн, хөрмәтле уҡытыусылар, дуҫтар,!

 Вед. 2  Әсәй-ерҙә иң ғәзиз,иң якын кеше,сөнки ул һине тыуҙырған,күкрәк һөтөн имеҙгән,йыр көйләп бишектә тибрәткән,беренсе йылмайыуыңды күреп кыуанган,тыуган телде өйрәткән,халык моңон күңелеңә һеңдергән.Әсәйҙәрҙең һиңә кылған  изгелеген һанап бөтөрөү мөмкинме һуң?

Чтец 1  Көндөң яктылыгы-кояшта,

  Күктең матурлыгы-йондоҙҙарҙа,

  Ерҙең гүзәллеге-ҡатын-кыҙҙарҙа.

Әйтәһебеҙ килә бөгөн                    

Чтец 2  Ҡәҙерле әсәйҙәргә-

Был байрам доньяга килгән

Кояш нуры һибергә.

Был байрамдагы йылылык

Быуаттарга етәрлек

Һеҙҙең назлы кулдарығыҙ

Әкиәтте ысын итерлек.

Чтец 3 Әсә бөйөк исем                                                             

Нимә етә әсә булыуға

Ҡатындарҙың бөтөн матурлығы

Сибәрлеге әсә булыуҙа.

Әсәләрҙең күңелдәре балаларҙа

Бала күңеле тиҙәр далала

Тик онотмайыҡ шуны:ике килмәй

хеҙмәт итеү ата-әсәйгә.

 

 (сказка)

 Вед. 1 Бөтөн кешелек дөньяһына йәм биреүсе  йылмайыуығыз менән беҙҙе иркәләүсе,йылы караштарыгыз менән назлаусы,акыллы фекер-ҡараштарығыҙ  менән беҙгә аҡ юл күрһәтеүсе һөйөклө әсәйҙәребеҙ.

 Вед. 2  Әсәй!Күпме наҙ бар был һүҙҙә.”Әсәй” тиеп телебеҙ асыла.Беренсе аҙымдарыбыҙҙы күреп ғәзиз әсәйҙәребез һөйөнә.Беҙҙең иң якын кәңәшсебез,серҙәшсебеҙ ул!

Вед. 1-Аллаһы Тәғәлә ҡатын-кыҙҙы йомшаҡ тәбиғәтле,һүҙсән,нәфис,хиссән итеп яралткан һәм гүзәл заттарға ғаиләләге иң яуаплы,сетерекле вазифаны - бала тәрбиәләүҙе йөкмәткән.Ҡатын-кыҙ-иң элек әсә һәм ғаилә усағын һаклаусы ул.

 (песня 1)

Чтец 4 Әсә!                                                                

Йөрәгемдең иң ҡәҙерле хисе,

Күңелемдең ул иң түрендә;

Ул-һалкында йылытыусың һинең,

Йыуанысың ауыр көнөңдә.

Чтец 5 Һоҡланып ҡарап торорлоҡ-

Күҙҙе ала алмайбыҙ.

Әсәйләрҙең бөйөклөгөн

Йәшәй-йәшәй аңлайбыҙ

Чтец 6 Айҙан,ҡояштан ҡәҙерле

Һин ул әсәйем!

Иң яғымлы,иң һөйкөмлө

Һин ул әсәйем!

Чтец 7 Таңдар ҙа нурлыраҡ,

Көндәр ҙә йылыраҡ,

Күңел дә йылыраҡ,

Янда һин булғанда.

 (танец)

 Вед. 1   -Әсә!Әней!Инәкәй!Ниндәй бөйөк исем! Доньяла әсәйҙәрҙән дә гәзиз,изге зат юктыр.Күпме наҙ,күпме йылылык бар был һүҙҙә.Сабый доньяга килгән сәгәтенән уҡ әсәһенең йомшак кулдарын һиҙеп,яғымлы карашын тойоп йәшәй.

Вед. 2 Әсә өсөн бала ер йөзөндә бер нәмә менән дә тиңләй алмаҫлык йөрәк парәсе.Йылдар үтеп,сәстәргә сал керһә лә,гәзиз әсәйҙәребез өсөн беҙ һәр вакыт бала булып ҡалабыз.Һәм беҙ әсәйҙәр байрамына бына нисек әзерләндек.

(«Бала» йыры)

Чтец 8 Атай менән бәргәләшеп                                                  

Таңдан тороп ултырҙыҡ

Ең һыҙғанып ҡыҙыу-ҡыҙыу

Беҙ эшләргә тотондоҡ

Әсәйҙәр көнөнә атай

Тырышып ҡамыр баҫты

Ә бесәйем  мыраубайым

Эсенә кереп батты

Бәләкәс ҡустым һабын алып

Табаларҙы таҙартты

Уның майлы битен күреп

Бесәйем ҡурҡып ҡасты

Ҡыҙыл салбар,аҡлы күлмәк

Машинала әйләнә

-Харап иттең күлмәкте,-тип

Ҙур ағайым бәйләнә.

Һеңлем дә бик тырышты,

Иҙәндәрҙе йыуышты.

Күл булып аҡҡан һыуҙарҙы

Сүмес менән йыйышты.

Дүртәүләшеп, тәмле итеп

Бәрәмәстәр яһанык

Көйөп табаға йәбешкәс

Ҡыра-ҡыра ашаныҡ.

Әсәйҙәр көнөнә шулай

Беҙ әсәйгә булыштыҡ

Уға бер эштә ҡалманы,

Бына нисек тырыштыҡ.

 (инсценирование)

   Вед.1  Дөньяның рәхәтен, тормоштоң михнәтен, күңелдең сафлығын, намыҫтың паклығын аңларға өйрәтеүсе, үҙ йәне аша уҙҙырып, күкрәк һөтө менән Иман иңдереүсе әсәй.Беҙ сырхаулап ятҡанда, күкрәгенә ҡыҫып ,....йән емешем, балам, тип, ысын күңелдән борсолоусы әсәйебеҙ.

Вед.2 Әсәй булмаһа, беҙ ояһыҙ ҡош, моңһоҙ йыр, йырһыҙ һандуғас кеуек йәшәр инек, тормошобоҙҙоң йәме лә, тәме лә булмаҫ ине.

 Чтец9 Ғумерем буйына                             

Бурыслы мин уға

Көслө һин, изге һин

Бөйөк һин, әй-әсә!

Йығылып илаһам

Абынып тормаһам

Ҡулыңды һуҙыусы

Һин генә әсәйем!

 

Чтец 10.“Әсәй” тип асыла беҙҙең тел,                   

Әсәйҙе хөрмәт ит шуны бел

Әсәй өйҙә булһа бик рәхәт

Әйтәбез һиңә: мең рәхмәт!

 

Чтец 11 Рәхмәт яуһын беҙҙең әсәйҙәргә                         

Уларғаҙыр бөтөн ауырлыҡ

Әсәйҙәргә яҡты йондоҙҙарҙан

Йә ҡояштан һәйкәл һалырлыҡ

Һеҙгә булған беҙҙең хөрмәтебеҙ

Урын алһын йөрәк түрендә

Шатлыҡ һәм ҡыуаныс, ҙур бәхеттәр

Юлдаш булһын һеҙгә ғумергә.

 

Чтец 12 Һинән дә яктыраҡ                                           

Һинән дә якшыраҡ

Матурыраҡ кеше юҡ

Бөтөн ер шарында.

Китһәм дә ситтәргә

Әсәйем шикләнмә,

Талпынып яныңа

Ҡайтырмын йыраҡтан.

Ни генә булһа ла

Мин һине илатмам.

Һинең күҙҙәреңде

Йәштәргә сылатмам.

Чтец 13 Көндәр яҡты булһын өсөн Әсәй кәрәк!               

 Чтец 14 Йоҡо татлы булһын өсөн Әсәй кәрәк!

Чтец 15 Ел-ямғырҙан яҡлар өсөн Әсәй кәрәк!

Чтец 16 Дөнья йәмле булһын өсөн Әсәй кәрәк!

Чтец 17 Аштар тәмле булһын өсөн Әсәй кәрәк!

 Вместе Беҙҙең көндәр яҡты булһын өсөн Әсәй кәрәк!

(видеоролик)

Вед. 1 Әсәй!Әсә ерҙә иң кәрәкле кеше.

Әсәйҙәрҙең беләйек ҡәҙерен

Ел-дауылдан һаҡлап үҫтергән ул

Ҡызғанмайса бөтөн ғүмерен

Вед 2 Уның кәңәштәре көс-дәрт өҫтәй

Илһам бирә миңә йәшәргә

Бәхет-шатлыҡ менән һәр саҡ язһын

“Әсәй”тиеп уға әйтергә.

(песня 3)  

(Миннегуловы) Рәхмәт һиңә әсәй,йәшәткәнең өсөн

Рәхмәт һиңә,беҙҙе йәшәткәнең өсөн

Балаларым,тиеп,күҙ нурҙарың йәлләмәйсә

Һәр ваҡытта наҙлап,һөйөп йыуатҡаның өсөн.

(песня)

Вед 1  Әсә  һәм бала!Улар бер  бөтөн,айырылғыһыҙ.  Әсәләр көнөнә арналған кисәбеҙ аҙағына ла етте.Хөрмәт итеп килеүегеҙ өсөн ҙур рәхмәт. Һеҙгә киләсәктә һаулыҡ, оҙон ғүмер, ғаилә бәхете теләп ҡалабыҙ. Һау булығыҙ!


"Әсәйем-алтыным,берҙән берем" видеоһы
Кластан тыш сара
Смотреть
bottom of page