top of page
Ғәйнетдинова Фәниә
Фотография

      Һаумыһығыҙ, хөрмәтле уҡытыусылар, уҡыусылар һәм башҡорт телен өйрәнеүселәр, ҡыҙыҡһыныусылар!

  Һеҙҙе сайтымда күреүгә бик шатмын. Мин бында  хөрмәтле коллегаларым менән эш тәжрибәм менән уртаҡлашырға,

ә уҡыусыларға телебеҙҙе өйрәнеүҙә кәңәштәр, материалдар менән ярҙам итергә теләйем. Был сайтҡа индерелгән эштәрем аша кемгәлер ярҙамым тейһә, мин бик шат булыр инем. Рәхим итегеҙ!

  Мин, Ғәйнетдинова Фәниә Марс ҡыҙы, Яңауыл ҡалаһында тыуғанмын. 2006-2011 йылдарҙа Нефтекама педагогия колледжының "Туған (башҡорт) теле һәм әҙәбиәте" факультетын тамамланым. 2011-2016 йылдарҙа Бөрө филиалының БДУ "Рус теле һәм әҙәбиәте" факультетын тамамланым. Әлеге ваҡытта Яңауыл ҡалаһы лицейында башҡорт теле дәрестәрен уҡытам.

Оло майҙанды сәләмләйем! 
Үҙем менән таныштырайым. 
Исемем Фәниә булаһы 
Ғәрәп теленән: «белем хужаһы» 
Ырыу-тамырым ҡыпсаҡтан, 
Яңауыл ҡасабынан. 
Ҡалабыҙ матур, 
Үҙе ҡотло, үҙе ҙур! 
Кәсибтәрем әҙ түгел 
Һанаһаң, көн үтер, 
Илһам булһа рәсем төшөрәм, 
Тәмле ризыҡ бешерәм. 
Һөнәрем – уҡытыусы. 
Яҡтылыҡ менән барыусы. 
Эшемде хәтәр яратам 
Шуның менән тамам!

Фото

Сайт Гайнетдиновой Фании | Янаул | Персональный сайт учителя 

Яңауыл районының башҡорт теле уҡытыусылары төркөмөнөң администраторы https://vk.com/club152961582

2018

Ваҡиғалар календары

Файҙалы һылтанмалар

Янаул
bottom of page