top of page

Сценарий "Ялҡау бесәй"

Башҡортостан Республикаһының билдәле кешеләре

Башҡорт аштары

Башҡорт милли кейеме

Хайуандар

Бүре (лат. Canis lupus) — эттәр ғаиләһенә ҡараған һөтимәр йыртҡыс. Был ғаиләгә ҡараған хайуандар араһында иң ҙуры. Уның оҙонлоғо 160, бейеклеге 90 сантиметрға, ауырлығы 40—45 килограмға барып етә. Ата бүре инә бүрегә ҡарағанда бер аҙ ҙурыраҡ, маңлайы киң, эре һөйәкле була. Башы, бигерәк тә муйыны ҙур. Тештәре һәм яңаҡтары шул тиклем көслө, хатта ҡапҡанға эләккәндә тимер сымдарҙы һәм пружиналарҙы өҙә. Йөнө ҡуйы. Башлыса бүре һоротөҫтә була. Урыҫтарҙа «серый волк» тигән әйтем дә бар. Һоро төҫлө булыуы менән аңлатылһа ла, араларында аҡ төҫлөләре лә осрай. Башҡорттар уларҙы күк бүре тип йөрөтә. Бүреләрҙең төҫө уларҙың ҡайҙа йәшәүенә лә бәйле. Мәҫәлән, Алыҫ Төньяҡта — күк төҫлөләре, көньякҡа табан һоролары осрай.

Мышы (лат. Alces alces) — боландар ғаиләһенә ҡараған оҙон аяҡлы, ҡыҫҡа ҡойроҡло, яҫы тарбаҡ мөгөҙлө ҡыр хайуаны; төркөмө боландар ғәиләһенә ҡараған иң ҙур хайуан. Мышы һоро төҫтә, ә тояҡтары аҡ була. Мөгөҙөнөң саттары яҡ-яҡҡа тырпайған, тәне йылҡылдап торған, оҙон аяҡлы хайуанды күргән кеше уға һоҡланмай булдыра алмай. Башҡортостанда төбәктә мышынан да ҙурыраҡ ҡырағай хайуан юҡ.

Айыу һымаҡтар (лат. Ursus) — ауыр кәүҙәле, йыуан ҡыҫҡа аяҡлы имеҙеүсе йыртҡыс йәнлек ғаиләһе. Башҡа хайуандарҙан мыҡты кәүҙәһе менән айырыла. Айыуҙар бөтә нәмәне ашаусы йәнлек. Ағасҡа яҡшы үрмәләүсе, йөҙөүсе, йүгереүсе, артҡы аяғында баҫып бер аҙ атлай белеүсе хауан. Ҡойроғо ҡыҫҡа, тәне ҡуйы оҙон йөн менән ҡапланған, ишетеү һәм еҫ һиҙеү һәләте ныҡ үҫешкән. Һүнарға кистән, йә иһә таң алдынан сыға. Ғәҙәттә кешенән ҡурҡа, шулай ҙа кеше өсөн хәүефле булыуы мөмкин. Ҡорт сығыуына иғтибар итмәй.

Төлкө (лат. Vulpes vulpes; төр. tilki) — эттәр ғаиләһенә ҡараған ослораҡ моронло, оҙон ялбыр ҡойроҡло йыртҡыс йәнлек. Төлкө һөтимәр хайуан. Оҙонлоғо 60-90 см, ҡойроғо 40—60 см, ауырлығы 6—10 см. Төлкө ҡыҙыл төҫтә була.

Урманлы далала, далала йәшәй. Төрлө аҙыҡ менән туҡлана. Тәүлек буйы, бигерәк тә кисен әүҙем.

Тороғоу ваҡыты — ғинуар-март. Йөклөлөк ваҡыты 52-56 көн, 4-6 бала килтерә, һирәк кенә — 12. Көҙөн ғаилә тарҡала, төлкө ояһын ташлап берәҙәк йөрөй.

Ҡуян - 

ер йөҙөнөң күпселек өлөшөндә йәшәгән, 100-ҙән артыҡ төргә бүленә торған һөтимәр, кимереүсе кейектәр; һөтимәрҙәр ғаиләһенән ҡуяндар отрядынан булған, оҙон ҡолаҡлы, ҡыҫҡа ҡойроҡло ҡыр һәм йорт йәнлеге.

Кимереүселәр ғаиләһенә ҡараған ҡыҫҡа ҡойроҡло, оҙон шеш ҡолаҡлы йәнлек; булмаған  йәки һоро төҫлө урман һәм дала хайуаны. Ҡуяндар үлән ашай.

Музыка

Тейендәр (лат. Sciurus) — кимереүселәр отрядына ҡараған, ағас ҡыуышына оялай торған өлтөк ҡойроҡло бәләкәй генә затлы тиреле йәнлектәр. Бынан тыш тейендәр тип Sciurus ырыуына ҡараған ҡыҙыл тейендәр, пальма тейендәре ғаиләһен һ. б. атайҙар.

Ылыҫлы һәм ҡатнаш урмандарҙа йәшәй, үҫемлеклек аҙыҡ менән туҡлана. Тейен ҡышҡылыҡҡа ағас сәтләүектәрен әҙерләй. Сәтләүектәрҙе ағас ҡыуышына, ергә күмеп йәшерә. Ҡайһы бер тейендәрҙең насар хәтерле булыуы, урманды һаклауҙа булышлыҡ итә: ергә күмелгән сәтләүектәрҙән яңы үҫентеләр үҫеп сыға. Ағас ҡыуышында оя яһай. Инә тейен йылына ике-өс тапҡыр унлап бала килтерә. Тейен тиреһе бик затлы һанала.

bottom of page