top of page

Кәрәкле һылтанмалар

1. http://www.virtualrb.ru – Башҡортостан буйлап виртуаль турҙар 
2. http://www.3dcaves.net – Шүлгәнташ мәмерйәһе буйлап виртуаль тур 
3. libmap.bashnl.ru – Башҡортостан республикаһының әҙәби картаһы 
4. http://www.bash-rmbs.ru – Республика хәрби дан музейына виртуаль сәйәхәт 
5. soyuzkuraistovrb.ru – Башҡортостан Республикаһы Ҡурайсылар берекмәһе 
6. http://vk.com/club43014932 (башкирское кино)

Ата-әсәләрҙең  үҙ-үҙҙәрен тотошо

Имтихандар осоронда ата-әсәләрҙең төп бурысы – балаһы һынауға әҙерләнһен өсөн оптималь комфортлы шарттар тыуҙырыу һәм... балаһына ҡамасауламау.Баланы аңлау, күтәрмәләү, рухын төшөрмәҫкә булышлыҡ итеү уға имтихандарҙы еңеллек менән йырып сығыуҙа төп таяныс буласаҡ. Баланы ҡурҡытыу, ҡапаҡлау, алда торған һынауҙарҙы шундай ҡурҡыныс итеп күрһәтеү ярамай. Был балаларға ярҙам итеү түгел, уны ярҙан этеү генә

буласаҡ. 
        Балағыҙ БДИ-ны ниндәй генә һөҙөмтәгә бирһә лә, уның ҡанатын ҡайырмағыҙ: балағыҙҙың һеҙҙең өсөн иң ғәзиз һәм яратҡан йән эйәһе икәнлеген һүҙҙә генә түгел, ғәмәлдә раҫлағыҙ. БДИ тапшыра алмау йәки насар балдар йыйыу донъя бөтөү, һуңғы сик түгел икәнлекте аҡыл менән төшөндөрөгөҙ.уҡланыу һәм көн режимы Балағыҙҙың көндәлек режимы һәм туҡланыуы хаҡында уйлағыҙ. Балыҡ, эремсек, сәтләүектәр, курага баш мейеһе эшмәкәрлеген яҡшырта. Саманан тыш уҡыу, имтиханға әҙерләнеү ҙә һаулыҡ өсөн зыян икәнен онотмағыҙ – һәр нәмәлә сама тигәнде белеү шарт. Балағыҙ 40-50 минут әҙерлектән һуң мотлаҡ рәүештә бер 10-15 минут ял итеп алһын. 
          Имтихан алдынан уҡыусы яҡшы итеп ял итергә, туйғансы йоҡларға тейеш. Имтихан була торған көндө иртәнсәк балағыҙға шоколад бирегеҙ – был уны әпәүләү түгел, ә мейе эшмәкәрлеген стимуллаштырыу сараһы.

2018 йыл республикабыҙҙа Ғаилә йылы тип иғлан ителде.Ғаилә — йәмғиәттең нигеҙе, һәр кеше өсөн һыйыныр урын, йылы оя ул. Был заманда һәр кешегә йәшәү көсө бирерлек йылы усаҡ, һыйыныр урын, тыныс мөйөш кәрәк. Ғаилә – иң оло таянысыбыҙ ҙа, иң ышаныслы һыйыныр урыныбыҙ ҙа. Көн оҙоно донъя ҡыуып арыған әҙәм балаһы ғаиләлә ял итә, күңел йәрәхәттәрен дауалай.

bottom of page