top of page

Ҡурай — башҡорт халҡының милли музыкаль уйын ҡоралы.Иң боронғо ысул буйынса, ҡурайҙы үләндән яһайҙар. Сатыр сәскәле, эсе-тышы шыма, бүлкәттәре булмаған тәбиғи үҫемлек Урал тауҙарында ғына үҫә. Һабаҡты 8-10 тотам оҙонлоғонда үлсәп киҫеп алалар. Нәҙек осононан башлап бармаҡ уйымдары тишәләр. Бөтәһе 5 уйым эшләнә: беренсеһе ос яҡтан 5 иле аралыҡта, артабан ҡалған өсәүһе алдағыларынан 3 иле аралыҡта уйыла. Бишенсе уйым дуртенсеһенән 4 иле аралыҡта һырт яҡта уйыла.

Ҡумыҙ — бик боронғо башҡорт милли музыка ҡоралдарының береһе.Ҡумыҙ — уртаһында теле булған дуға формаһындағы металл. Ағастан, ҡаҙ һөйәгенән һәм ҡатынан, тимерҙән эшләнгән ҡумыҙҙар була. Элек уны хатта дөйә тояғынан да яһағандар. Уйнағанда уны, һул ҡул менән тотоп, тешкә терәйҙәр ҙә ирендәр менән ҡымтыйҙар. Теленә бәйләнгән епте тартыуҙан төрлө-төрлө тауыш сыға. Ҡумыҙҙа тамсы тамған, ат тояҡтары тупылдаған, поезд сапҡан тауыштар, хатта ҡоштар һайрауын да ишеттереп була. 
Ҡумыҙҙың нимәнән эшләнеүенә һәм тауышы нисек сығыуына ҡарап төрҙәргә бүләләр: 
ҡыл-ҡумыҙ — ҡыллы ҡумыҙ, вертикаль скрипканың бер төрө; 
ағас ҡумыҙ — ағастан эшләнгән ҡумыҙ; 
тимер ҡумыҙ — тимерҙән эшләнгән ҡумыҙ; 
йәйә (янҡыл) ҡумыҙ — Башҡортостандың төньяҡ-көнбайыш райондарында уҡтан атҡанда йәйәнең сығарған тауышына оҡшатып ҡушылған.

bottom of page