top of page

Мин – уҡытыусы

(эссе)

                                                                                    Кем үткәнде хөрмәтләп яңылыҡҡа ынтыла, шул уҡытыусы була ала.(Конфуций)

         Уҡытыусы һөнәре – үҙенә күрә ижади һәм үҙенсәлекле эш. Ул уҡытыусынан ниндәйҙер энергия, илһам, интеллектуаль һәм эмоциональ көсөргәнеш талап итә. Шулай уҡытыусының төп бурысы – киләсәк быуынды тәрбиәләү, яҡшылыҡҡа өндәү. Уҡытыусыға, эҙләнеүсе булараҡ, үҙ урынында ғына торорға ярамай: ул ижадсы, яҡтыртыусы. Мәктәпкә эшләргә килгән һәр бер уҡытыусы балаға шәхес булырға ярҙам итергә бурыслы. Уҡытыусы уҡыусыны уйларға, фекерләргә, белем алырға, эҙләнергә өйрәтә. Уҡытыу процесында уҡытыусы төп роль уйнай. Мәктәп алдында ҡуйылған бурыстар менән хәл итер өсөн уҡытыусы күп төрлө сифаттарға эйә булырға тейеш. Шуларҙың береһе – уҡыусыларҙа уйлау, фекер йөрөтөү һәләтен булдырыу.

      Уҡытыусы уҡыусыларҙың асыштарын, тирә-яҡты танып-белеүҙәрен, белемдәрен юғары баһаларға тейеш. Бөйөк Платон әйтеүенсә: «Уҡытыусы вазифаһы дәүләттәге иң юғары вазифаларҙан да мөһимерәк».

          Уҡытыусы – ул йәшәү рәүеше. Был һөнәрҙе балаларҙы яратҡан ғына кеше һайлай. Балалар уҡытыусыны исеме өсөн түгел, ә кешелеклеген һәм оҫталығын ҡәҙерләй. Ысынлап та, уҡыу процесы барышына ҡарамаҫтан, бала бала булып ҡала. Уҡытыусы өсөн ниндәй шарттарҙа, ниндәй стандарттарҙа эшләүенә ҡарамаҫтан, иң мөһиме – балаларға белем биреү. Уҡытыусы эшенең төп күрһәтмәһе – уҡыусыларының белем күләме һәм сифаты тип ышанам.

        Эҙләү дәүеремдә мин һайлаған һөнәремә бер ҙә үкенмәнем. Минең яратҡан эшем, ғаиләм, сәскәләр үҫтереү өсөн баҡсам, ял итер өсөн ауылда йәйге өйөбөҙ, күлебеҙ бар. Миңә уҡытыусы һәм класс етәксеһе булараҡ уҡыусыларымдың таҙа,  бәхетле, уңышлы, хыялдарына ирешеүҙәрен теләйем. Шуның өсөн мин көстән килгәнсә ярҙам итергә тырышам. Уҡытыусы балалар өсөн эшләй һәм йәшәй.

      Заманса дәресте техник саралар ҡулланмайынса үткәреп күҙ алдына килтереп тә булмай. Иң алдынғылары булып компьютер, интерактив таҡта булып торһа ла, бер ниндәй ҙә яҡшы техника уҡытыусының эмоциональ һүҙен алыштыра алмай. Минең уйым буйынса, үҙеңдең мөмкинселектәреңә, үҙ-үҙеңә ышаныу мөһим. Бер нимә лә эшләмәгән кеше ялғышмай. Үҙеңдең хаталарыңды тәжрибә итеп ҡабул итергә кәрәк.

     Яҡшы уҡытыусы үҙенең белемен һәр ваҡыт арттыра. Бөгөнгө көндә мин үҙемдең «Башҡорт теле һәм әҙәбиәте дәрестәрендә заманса педагогик технологиялар ҡулланыу» темаһы өҫтөндә эшләйем. Дәрес гел дә асыш булырға тейеш.

      Бөтә йәмғиәт мәктәптән башлана һәм бөтә. Мәктәп үрләй – йәмғиәт күтәрелә. Мәктәп – ул йәшәйеш. Дәрес, класс саралары, йәмғиәт эше, уңыш һәм уңышһыҙлыҡтары, шатлыҡ һәм ҡайғылары – кешенең бөтә йәшәйешендә сағыла. Әлбиттә, уҡыу процесы барышында уҡыусы белем һәм оҫталыҡ аласаҡ һәм былар бөтәһе лә эш һөҙөмтәләре булып һанала. Йомарт, изге, ғәҙел, камил уҡытыусыны хәҙерге заманда осратыу – ул бөйөк бәхет. Минең уҡытыусы булыуым – ул үҙе ҙур бәхет.

bottom of page