top of page

БАШҠОРТ ТЕЛЕ ДӘРЕСТӘРЕНДӘ УҠЫУСЫЛАРҒА БЕЛЕМ ҺӘМ ТӘРБИӘ БИРЕҮ МӘСЬӘЛӘЛӘРЕ

Туған телде уҡытыу процесында балаларҙың ысынбарлыҡты танып белеү һәләтен үҫтереү белем һәм тәрбиә биреүҙең нигеҙе булып тора. Уҡытыусылар йыш ҡына тел – ул грамматик ҡағиҙәләр йыйылмаһы ғына түгел тигән аксиоманы телмәрҙә ҡуллана. Һәр беребеҙ уның шулай икәнлеген белә, ләкин белә тороп та күп осраҡта дәрестә уҡыусыларға тик грамматик категорияларҙы өйрәтеү менән генә мәшғүл була, сөнки ғәмәлдәге программалар, дәреслектәр шуға йүнәлтә.

Мәғлүм булыуынса, тел кешелек йәмғиәте менән бергә үҫә, камиллаша. Ул үҙендә халыҡтың тарихи үткәнен, тормош тәжрибәһен һаҡлай.

Шуларҙан сығып, телде уҡытыу процесында түбәндәге бурыстарҙы диалектик берҙәмлектә хәл итергә кәрәк:

а) йәш быуынға, уның күңел донъяһына үтеп инеп, тел ғимеленә, фәнгә нигеҙләнеп,

тәрән һәм сифатлы белем биреү;

б) уларҙы практикала ҡуллана белеү күнекмәләрен тәрбиәләү һәм үҫтереү;

в) ысынбарлыҡты танып белеүҙә фәнни ҡараштан сығып эш итеүсе, ирекле фекер

йөрөтөүсе тел шәхесе тәрбиәләү.

Тел һәм әҙәбиәт уҡытыусыһы белем биреүҙән тыш балаларҙа рух, ватансылыҡ, эш

һөйөүсәнлек, үҙенә һәм бер-береһенә талапсанлыҡ, намыҫлылыҡ һәм ғәҙеллек, изге

күңеллелек һәм принциплылыҡ, характер ныҡлығы һәм ҡаһарманлыҡ кеүек һыҙаттар

тәрбиәләүҙә маҡсат итеп ала. Уны уңышлы хәл итеү өсөн түбәндәгеләргә иғтибар

итергә кәрәк:

а) туған тел дәрестәрен үткәреү өсөн фактик материал һайлағанда тәрән йөкмәткеле

текстарға мөрәжәғәт итеү;

б) Тыуған илгә, телгә, тәбиғәткә, хеҙмәткә һөйөү тәрбиәләү;

в) туған тел дәрестәрендә әхлаҡ һм дөйөм кешелек барлыҡҡа килтергән ыңғай

һыҙаттар тәрбиәһе биреү;

г) уҡыусыларҙа телде, ғөмүмән, донъяны танып белеүгә фәнни ҡараш тәрбиәләү.

V класта, туған телдең системалы курсын өйрәнә башлағансы уҡ әле, уҡытыусы

балаларға төшөнөрлөк кимәлдә ошоларҙы аңлата: берҙәм хеҙмәт процесында

аралашыуға булған ихтыяж, бер-береңә нимәлер әйтергә теләү кешеләргә хайуандар

донъяһынан айырылып сығырға мөмкинлек биргән. Тимәк, тел хеҙмәт менән бергә барлыҡҡа килгән һәм кешеләрҙең үҙ-ара аралашыуына булышлыҡ иткән.

Мәктәптә “Дәрес -дебаттар» үткәреү алымдары

 

Хәҙерге заманда уңышлы шәхес  кешенең  бәхәс, дебаттар алып барыу оҫталығына эйә булыуға бәйле, сөнки  толерантлыҡ, йәмғиәтебеҙҙәге демократлаштырыу процестары  башҡа кешенең дә фекерҙәрен тыңлай, дөрөҫ ҡабул  итә, баһалай, кәрәк икән, улар менән юғары мәҙәни  кимәлдә  бәхәсләшә  һәм шул уҡ ваҡытта шәхси фекереңде аргументлай , яҡлай белеүеңде талап итә. Бындай оҫталыҡҡа мәктәптә башҡорт әҙәбиәте дәрестәрендә ойошторлған “Дәрес -дебаттар» аша ирешергә мөмкин. Бөгөн бындай интеллектуаль уйындарҙың сағыу өлгөһөн Үҙәк телевидение каналында Владимир Соловьев  “Барьерға» теле-шоуында уңышлы күрһәтә.

   “Дәрес -дебаттарҙың» төп терминдары: дебаттар, таймкипер, команда, спикер, тренер, уйын темаһы, раҫлаусы яҡ, инҡар итесе яҡ, аргументтар, киҫешеүсе һораҙар, судья протоколы.

    Дебаттарҙың маҡсаты: бөгөнгө интеллектуаль йәмғиәт, туҡтауһыҙ үҙгәреүсе заман, шәхестең социалләшеүе һәм карьера ынтылышы башҡа кешене тыңлай, үҙ фекереңде этикетлы үткәрә белеүҙе талап итә. Халҡыбыҙ вәкилдәре өсөн бындай уйындар айырыуса мөһим, сөнки башҡорт менталитетына кеше алдында һөйләргә оялыу, тартыныу көслө, беҙ кәрәгенән артыҡ тыйнаҡбыҙ. Тәбиғәттән бирелмеш бындай милли характерыбыҙға йәнә тәкәберлегебеҙ, һауалыраҡ булыуыбыҙ, ни уйлайбыҙ – шуны әйтә һалыуыбыҙ , сит-яттарҙың эс-бауырына үтә белмәүебеҙ кеүек милли сифаттарыбыҙ бөгөнө көн, баҙар шарттары  өсөн бөтөнләй яраҡһыҙ. Халыҡ алдында иркен сығыш яһай алған милләттәштәребеҙ сағыштырмаса бик аҙ. Бынан тыш, мәктәптә дебаттар уйыны белем алыусыларҙа тотороҡло мотивация тыуҙыра, уҡыусы шәхесен үҫтерә, дәрес материалын үҙләштереүҙә инновацион алым булып тора. Интеллектуаль уйындарҙы ойошторғандә ҡайһы бер принциптарҙы күҙ уңында тотоу мөһим.

  1. Оппонентты ихтирам итеү. Уйында оппненттарҙың идеяһы, фекере, ҡараштары мөһим.Тап ана шул ҡапма-ҡаршылыҡлы идеялар, ҡараштар бәрелешә, ҡатнашыусылар түгел. Шуға күрә уйында кеше шәхесенә күсмәйҙәр, уларҙың ыңғай йәки кире яҡтарын баһаламайҙар.

  2. Төп талап- намыҫ.Намыҫлылыҡ- дебаттарҙың үҙәге. Уйында ҡатнашыусының аргументтары, киҫешеүсе һорауҙарға яуаптары намыҫлы булырға тейеш.

  3. УЙында еңеүселәр булмай, “дуҫлыҡ еңә».  Бындай уйындарҙың төп маҡсаты – өйрәнеү, шуға күрә ҡатнашыусыларҙың еңеүе түгел, ә аргументлы бәхәсләшеү , фекер алышыу алымдарына  өйрәнеү.Мәҫәлән, Боронғо Грецияла дебаттар буласаҡ ораторҙарҙы, юристарҙы һәм сәйәсмәндәрҙе әҙерләүҙә киң ҡулланылған.

Дебаттар уҡыусыларҙа нимә үҫтерә?

  • Логик һәм тәнҡитле фекерләй белеү;

  • Уй-фекерҙе  дөрөҫ йүнәлештә ойоштора белеү;

  • Һөйләү телмәрен үҙләштереү;

  • Башҡалар фекеренә ихтирамлы, толерант була белеү;

  • Үҙеңде тота белеү;

  • Командала эшләй белеү, корпоративлыҡ һәләте;

  • Публика алдында сығыш яһай белеү;

  • Йәмғиәт тормошонда актив ҡатанашырға әҙерләй;

  • Лидерлыҡ сифаттары үҫтерә;

  • Эффектлы сығыш яһау, презентациялау һәләте;

Дебаттарҙа ҡатнашыусылар: һәр командала  өс кеше-спикерҙар.Тәҡдим ителгән теманы яҡлаусы команда ағзалары- раҫлаусылар, ә уны кире ҡағыусы команда-итнҡар итеүселәр тип атала.Судьялар - ҡайһы команда үҙ идеяһын, фекерен ышандырырлыҡ итеп иҫбат итә алыуҙы билдәләй.Таймпикер- уйын ҡағиҙәләрен, регламентты һаҡлауҙы ойоштора. Тренерҙар – дебатты ойоштороусы, әҙерләүсе уҡытыусылар.

«Дебат- дәрестәрҙең» төп элементтары:

Тема. Дебаттарҙа тема раҫлау стилендә алына. Мәҫәлән, “Ил бөтмәһә, батыр бөтмәҫ»(«Ҡамыр батыр»әкиәтенән);”Һөнәрсе - хәҙерге  заман эшҡыуары”(Зәйнәб Биишева). Раҫлаусы команда судъяларҙы ышандырырға тырыша, ә инҡар итеүселәр тәҡдим ителгән аргументты дөрөҫ түгел ти, ҡаршы яҡтарҙың позицияһының кәмселектәрен күрһәтә. Аргументтар – уйындың төп моменты, уйынсылар фекерҙәрен аргументтарға таянып иҫбат итә, судъяларҙы шуға ышындыра.

    Иҫбатлау- шулай уҡ мөһим. Ул төрлө цитаталар, факттар, аналитик мәғлүмәт сығанаҡтарына  нигеҙләнә. Бында аргументлай белеү өҫтөнлөк ит ә. Эксперттар шуларға таянып һығымта яһай.

    Киҫешеүсе һорауҙар(перекрестные) Уйын барышында һәр команданан бер спикер –оппонент ҡаршы уйынсыларға һорау бирә, яуаптар ҡабул ителә.Дөрөҫ яуап команданың дөйөм позицияһын нығыта.

    Судъялар ҡарары- раундтарҙа һәр команданың аргументтары тыңлана, уларға нигеҙләнеп, уйнаусы яҡтарға дөйөм баһа ҡуйыла, протокол тултырыла.

    “Дәрес-дебаттарҙа» уңышлы тема һаулау бик мөһим. Унда әһәмиәтле  проблема, актуаль мәсьәләлр күтәрелергә, бәхәс өсөн урын булырға тейеш.

bottom of page